Обычный вид

Яңылыҡтар

08.06.2019 14:23:00

Радий Хәбиров Баймаҡ районы халҡын яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан ҡотланы

8 июндә Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Һабантуй байрамында ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе район халҡын яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу уңайынан тәбрикләне һәм ауыл хужалығы тармағы ветерандарына дәүләт наградалары тапшырҙы.

–Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн барығыҙҙы ла Һабантуй менән ихлас тәбрик итәм. Һабантуй – беҙҙең халыҡтың иң яратҡан байрамы. Ул беҙҙе туғанлаштыра, берҙәм итә. Баймаҡтың тәбиғәте лә, халҡы ла матур, ә тарихы бай. 100 йыл элек Темәс ауылы йәш Башҡортостандың баш ҡалаһы була. Бөгөнгө көндәрҙә Баймаҡ халҡы тырышып эшләп, беҙҙең Башҡортостандың үҫешенә ҙур өлөш индерә. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн, ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә ҙур рәхмәт. Бөтәгеҙгә лә яҡшы кәйеф, һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем!

Баймаҡ районы Һабантуйында ауыл хужалығы тармағы алдынғылары парады, ижади коллективтар сығышы, конкурстар, ат сабышы һәм спорт бәйгеләре үтте. Байрамда туғандаш муниципаль берәмек – Илеш районы, шулай уҡ Ханты-Мансы автономиялы округынан Түбәнге Сортым һәм Ырымбур өлкәһенең Плешанов ауылы вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров балалар һабантуйында ла булды, район предприятиелары ҡуйған тирмәләр менән танышты, милли көршә ҡараны һәм урындағы халыҡ менән аралашты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter