Обычный вид

Яңылыҡтар

04.06.2019 14:09:00

Радий Хәбиров Оло-Теләк фажиғәһендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу митингында ҡатнашты

4 июндә Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа иң оло тимер юл һәләкәтенә теүәл 30 йыл тулды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәтер көнө уңайынан ойошторолған матәм сараһында ҡатнашты. Ул стелаға сәскәләр һалды һәм һәләк булғандарҙың, зыян күргәндәрҙең туғандары менән аралашты.

1989 йылдың 4 июнендә Транс Себер магистраленең 1710-сы саҡрымында ике пассажир поезы осрашҡан ваҡытта шартлау була һәм ҙур янғын башлана.

211-се «Новосибирск — Адлер» (20 вагон) һәм 212-се «Адлер — Новосибирск» (18 вагон) поездарында 1284 пассажир (шул иҫәптән 383 бала), поезд һәм локомотив бригадаларының 86 ағзаһы була. 11 вагон юлдан ситкә сыға, уларҙың етәүһе тулыһынса янып бөтә.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 575 кеше һәләк була, 623 кеше инвалид булып ҡала. Оло Теләк фажиғәһендә 181 баланың ғүмере өҙөлә.

1992 йылда республика фажиғә урынында хәтер мемориалы ҡуя. Оло Теләк фажиғәһендә зыян күргәндәрҙең һәм уларҙың туғандарының ассоциацияһы етәксеһе Виктор Храмов республика, Иглин районы етәкселегенә һәм бөтә Башҡортостан халҡына мемориалды тәртиптә тотҡан өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул Радий Хәбировтан һәйкәлгә федераль статус алыуға булышлыҡ итеүҙе һораны.

Башҡортостан етәксеһе ошо мәсьәлә менән ныҡлап шөғөлләнергә вәғәҙә бирҙе. Һәләк булғандарҙың туғандары Радий Хәбировтан шулай уҡ Хәтер китабын сығарыу мөмкинлеген ҡарауын һораны. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Оло Теләк фажиғәһе буйынса гәзиттәрҙә бик күп мәҡәләләр баҫылыуын, фото һәм видеоматериалдар булыуын, уларҙы бергә туплап, айырым китап итеп сығарыу кәрәклеген әйтте.

–Мин ул саҡта Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында аҙаҡҡы курста уҡый инем. Был көндө беҙ иртән дәүләт имтиханын тапшырырға килдек. Армияла хеҙмәт иткән бөтә егеттәр фажиғә урынына ярҙамға юлланды. Беҙҙең менән Эске эштәр министрлығы курсанттары ла барҙы, йәш кенәләр, тәндәре бешкән кешеләрҙе носилка менән ташығанда иҫтән яҙып йығылғандар ҙа булды. Ныҡ эҫе ине, Американан дарыуҙар ташыған самолеттарҙы, тән бешеү үҙәгендә табиптарҙың нисек эшләүҙәрен иҫләйем. Ныҡ ауыр хәтирәләр», — тине Радий Хәбиров.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter