Обычный вид

Яңылыҡтар

25.05.2019 13:56:00

Радий Хәбиров республика эшҡыуарҙары менән асыҡтан асыҡ һөйләшеү үткәрҙе

 25 майҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров асыҡ диалог форматында республика эшҡыуарҙары менән аралашты.

Осрашыу «Книжка» бизнес-үҙәгендә үтте. Унда «Минең бизнесым» үҙәге филиалы асылды, эшҡыуарҙар 150-нән ашыу дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт менән файҙалана һәм «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса документтар тапшыра аласаҡ.

Шунда уҡ «Киләсәк фабрикаһы» тип исемләнгән коворкинг үҙәк асылды. Уның маҡсаты эшҡыуарҙарға һәм ошо йүнәлеш менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлашыу шарттары тыуҙырыу. Коворкинг үҙәк  йәштәр инновация үҙәген, бизнес-акселератор, бизнес-инкубатор, технопорт, халыҡ кәсептәре үҙәген, оҫталар эшмәкәрлеген берләштереүҙе, социаль эшҡыуарлыҡ, инжинирингты үҙ эсенә ала.

Асыҡ диалог форматындағы аралашыу барышында Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм муниципаль берәмектәр өсөн төп йүнәлештәрҙе билдәләне, шулай уҡ эшҡыуарҙар һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы әйтеүенсә, бөгөн урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ төбәк иҡтисадының төп көсө булып тора.

–       Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡуйған аныҡ бурыстар билдәле. Эре предприятиелар беҙҙең ярҙамдан тыш та үҫешәсәк. Иң мөһиме уларға ҡамасауламаҫҡа һәм үҙҙәренең инвестицион проекттары булыуы мөһим, -тине Радий Хәбиров. – Беҙ тап кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә аласаҡбыҙ. Республикабыҙҙың киләсәге һеҙҙән тора. Минең төп маҡсатым – һеҙгә эшләү уңайлы булһын өсөн мөмкин тиклем шарттар тыуҙырыу.

Республика тәжрибәһе муниципаль берәмектәргә күсерелеп  урындарҙа «Инвестиция сәғәте» үткәрелеүе беренсе аҙым. Урындағы етәкселәр эшҡыуарҙарға яҡыная. Ошо йүнәлеште артабан да үҫтереү өсөн республика етәксеһе  район-ҡала хакимиәттәрендә эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫар вазифаһын булдырырға кәрәклеген билдәләне.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter