Обычный вид

Яңылыҡтар

21.05.2019 11:57:00

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар -2019» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар - 2019» 27-се  халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Сарала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Форум һәм күргәҙмә майҙаны Рәсәйҙең 37 төбәгенән һәм 10 илдән, улар иҫәбендә АҠШ, Германия, Италия, Швейцария, Ҡытай, Һиндостан, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡалар бар, 350 компанияны берләштерҙе. Ҙур форумда дәүләт власы органдарынан, фән, сәнәғәт һәм бизнес йүнәлештәренән алдынғы эксперттар йыйылды.

–     Өфөлә тағы ла Рәсәйҙең иң әһәмиәтле, иң ҡеүәтле тармағы вәкилдәре йыйылды, — тине төбәк етәксеһе. – Форум 27-се тапҡыр уҙа, бының менән беҙ ғорурланабыҙ һәм киләсәктә лә ошондай хеҙмәттәшлеккә ышанып ҡалабыҙ.

 Быйыл күргәҙмәнең төп темаһы – тармаҡты һанлы форматҡа күсереү. Был – Рәсәй һәм донъя иҡтисады үҫешенең яңы осоро.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән 14 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан күргәҙмә стендтарын ҡарап сыҡты. Бында ҙур нефть химияһы предприятиелары, нефть машиналары эшләү лидерҙары, шул иҫәптән «Башнефть», «ЛУКОЙЛ», «Транснефть», «Газпром трансгаз» һәм башҡа компаниялар тәҡдим иткән экспозициялар менән танышырға мөмкин.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter