Обычный вид

Яңылыҡтар

15.05.2019 18:57:00

III Республика ата-әсәләре форумына йомғаҡ яһалды

15 майҙа «Торатау» конгресс-холында  «Баласаҡ векторы - 2019» Бөтә Рәсәй конгресы сиктәрендә  III Республика ата-әсәләре форумы үтте.

Уны йомҡағлау сараһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты эргәһендәге бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченный Анна Кузнецова ҡатнашты.

Форумдың эшлекле өлөшө республиканың мәғариф учреждениеларында тематик шәмбеләр форматы буйынса фекер алышыуға арналды. Секцияларҙа «Туристик шәмбе», «Экологик шәмбе», «Сәләмәтлек шәмбеһе», «Этношәмбе», «Мәҙәни шәмбе»,  «Патриотик шәмбе» буйынса фекерҙәр барланды.  Форумды йомғаҡлау сараһында секцияларҙың модераторҙары ата-әсәләр менән бергә тупланған конструктив фекерҙәрҙе яңғыратты.

–     Шул тиклем ҙур ижтимағи көс – республика ата-әсәләр берлеге булыуы мине һоҡландырҙы. Һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең яҡтан йәмәғәт күҙәтеүе лә мөһим, ярҙамығыҙ, ижади идеяларығыҙ кәрәк. Шуға ла беҙҙе үҙегеҙҙең партнёрығыҙ итеп ҡабул итегеҙ.

Төбәк етәксеһе форумда ҡатнашыусыларға тематик шәмбеләр идеяһын хуплап ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның фекеренсә, был саралар балаларға берләшергә, аралашырға ярҙам итәсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter