Обычный вид

Яңылыҡтар

17.05.2019 13:40:00

Радий Хәбиров Муниципаль берәмектәрҙең VIII съезында ҡатнашты

17 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрҙең VIII съезында сығыш яһаны. Ҙур форум Башҡорт дәүләт аграр университеттың Йәштәр һарайында үтте. Съезға республика ҡала-райондарынан 800 делегат ҡатнашты.

17 майҙа Съезд сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсына йомҡаҡ яһалып, еңеүселәр тәбрикләнде. Радий Хәбиров шулай уҡ бер төркөм алдынғыларға Дәүләт наградалары тапшырҙы

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter