Обычный вид

Яңылыҡтар

18.05.2019 11:23:00

Радий Хәбиров Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантта ҡатнашты

 18 майҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантта ҡатнашты.

Бишенсе йыл ойошторолған акция быйыл беренсегә халыҡ-ара статус алды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башланғысын I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы делегаттары һәм төбәк етәксеһе хупланы, ул махсус бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында ойошторола. Был юлы акцияға АҠШ, Канада, Төркиә, Германия, Бөйөк Британия, Швейцария, Ҡытай, БДБ илдәре һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе башҡорттар ҡушылды. Диктант яҙыу өсөн республикала 802 майҙансыҡ, тағы ла 25 – Рәсәй төбәктәрендә, 18 – сит илдәрҙә ойошторолдо.

–     Беҙ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, уны дәүләт теле булараҡ пропагандалау мәсьәләләренә етди иғтибар бүләбеҙ. Республикала үҙенә күрә милли телдәрҙе пропагандалау штабы барлыҡҡа килде тиһәк тә була. Бик күп фекерҙәр Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында яңғыраны, – тине Радий Хәбиров. – Ватандаштарыбыҙ, милләттәштәребеҙ сит илдәрҙә күпләп йәшәүен иҫәпкә алып, диктантҡа халыҡ-ара статус бирергә булдыҡ. Был күренеш сараға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы. Беҙҙең төп маҡсат – башҡорт телен өйрәнеүселәр, аралашыусылар һанын арттырыу.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter