Обычный вид

Яңылыҡтар

11.05.2019 21:05:00

Радий Хәбиров Генерал Шайморатовтың һуңғы яу урындарында булды

11 майҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың ҡәберендә булып, сәскәләр һалды.

Бөйөк Ватан һуғышында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов 1-се Айырым кавалерия полкын, ә 1941 йылдың декабренән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын етәкләй. Башҡорт атлылары  Дондан Эльбаға тиклем 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, уларҙың 78-е Советтар Союзы Геройы тигән юғары наградаға лайыҡ була. Дивизия командиры ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Генерал Шайморатов  1943 йылдың 23 февралендә Донбасс өсөн алышта һәләк була.

Радий Хәбиров ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен данлау, ерләнгән урыны буйынса бәхәстәр ҡалмаһын өсөн тикшеренеү эштәрен атҡарып, мемориал урынлаштырыу мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды. Был йәһәттән Донеск Халыҡ Республикаһы Башҡортостан эҙәрмәндәренә ярҙам күрһәтергә әҙер.

Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ яҡташыбыҙ исемен йөрөткән Петровский мәктәбендә булды. Мәктәп музейындағы башҡорт атлыларына арналған экспозицияһы менән танышты, Шайморатов исемендәге майҙанда урынлашҡан туғандар ҡәберенә һәм Штеровка ҡасабаһында комдив һәләк булған урынға ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Урындағы халыҡ Башҡортостан етәксеһенә, һуғыштан һуң ҡайһы бер башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарының Штеровкала ҡалыуы тураһында һөйләне. Улар бер яугирҙең көндәлектәрен Радий Хәбировҡа тапшырҙы.

–       Донбасс менән Башҡортостанды 1,5 мең саҡрым юл айыра. Бер яҡтан был күп кеүек, икенсе яҡтан ҡараһаң – шул тиклем яҡын ара. Сөнки беҙҙең өсөн уртаҡ ҡиммәттәр бар – ул уртаҡ тарих, Бөйөк Еңеү тарихы, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн мин Генерал Шайморатовтың ҡәберендә булдым. Аптыратҡаны, һоҡландырғаны – урындағы халыҡтың эскерһеҙ иғтибары. Мин бында тап уларға ҡаһарман яҡташтабырыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлағандары өсөн оло рәхмәтемде еткерергә килдем.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter