Обычный вид

Яңылыҡтар

09.05.2019 12:37:00

Өфөлә Еңеү парады һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһы үтте

9 майҙа Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы парад үтте. Ветерандарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм республика халҡын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләне.

Кәрим Иҙрисов етәкләгән парадты полковник Сергей Порохня ҡабул итте. Ленин исемендәге майҙан буйлап тигеҙ сафтарҙа 1300-ҙән ашыу хәрби үтте. Парадта Өфө гарнизоны хәрби частары, Өфөлә урынлашҡан көс структуралары учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, кадеттар һәм курсанттар ҡатнашты.

Артабан Октябрь проспекты буйлап Бөйөк Ватан һуғышы осоро хәрби техникаһы уҙҙы. Улар Өфөгә Мәскәү өлкәһенең билдәле коллекционеры Вадим Задорожный тарафынан килтерелә.

Парадты «Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы алыштырҙы. Был сара Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторола. Баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспекты буйлап 110-дән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының портреттары менән үтте.

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк»  сафында олатаһының  рәсеме менән үтте. Барый Латып улы Хәбиров 1941 йылда һуғышҡа алына. Фронт юлын айырым элемтә батальонының 206-сы телеграф-төҙөлөш ротаһында үтә. Яу яланында яралана. Барый Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында «Ленинградты һаҡлаған өсөн» миҙалы ла бар.  

– Минең олатайым өсөн һуғыш Монголоияла тамамлана. Ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, оҙон ғүмер кисерҙе. Бер ваҡытта ла һуғыш тураһында һөйләргә яратманы, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова колоннала олатаһы Иосиф Бабаян портреты менән үтте. Ул танкист була, һуғыштың башынан аҙағынаса ҡатнаша.

– «Үлемһеҙ полк» – оло һуғышта еңеү яулаған олатайҙарыбыҙға рәхмәт белдереү сараһы. Улар бөгөн беҙҙең менән бер сафта үтә. Акцияның төп маҡсаты ла шунан ғибәрәт, – тине шунда Радий Хәбиров.  

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter