Обычный вид

Яңылыҡтар

09.05.2019 10:01:00

Радий Хәбиров Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты.

Күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән республика етәксеһе Мәңгелек ут янында урынлашҡан Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйәкәленә венок һалды. Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев ҡәберенә, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсемов бюстына һәм Тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалды.

Төбәк етәксеһе ветерандар менән аралашты. Орджоникидзе районы әҙерләгән байрам программаһын ҡараны,артабан Республика Хәрби Дан музейындағы экспозициялар менән танышты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter