Обычный вид

Яңылыҡтар

01.05.2019 10:51:00

Радий Хәбиров яҙғы сәсеү эштәре менән танышты

1 майҙа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондарының ауыл хужалығы предприятиеларында яҙғы сәсеү эштәре барышы менән танышты.

Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, республикала сәсеү кампанияһы дауам итә. Бөртөклө культуралар плнлаштырылған майҙандың 20 процентында сәселгән. Ҡышҡы һыуыҡта зыян күргән ужым культураларын 137 мең га майҙанда ҡабаттан сәсеү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта юғары килемле культуралар – рапс, етен, нут һ.б культураларҙы сәсеү эше әүҙем алып барыла.

Ауыл хужалығы предприятиелары кәрәкле материалдар, орлоҡ һәм ашлама менән тулыһынса тәьмин ителгән. Төп маҡсат, тупраҡта дым кимәле һәм яуым-төшөм түбән булыу сәбәпле, сәсеү кампанияһын мөмкин тиклем ҡыҫҡа арауыҡта тамамлау.

 

***

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районының «Артемида», Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеларында һәм Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозында булды. Район етәкселәре менән был ойошмаларҙы, ғөмүмән, ауыл хужалығын үҫтереү перспективалары тураһында фекер алышты.  

Әңгәмә барышында аграрийҙар малдарҙы яһалма ҡасырыуҙы, күпкә юғары уңыш алырға ярҙам иткән шыйыҡ ашлама һатып алыуҙы субсидиялау мәсьәләләрен күтәрҙе. Шулай уҡ ауыл хужалығы тармағы өсөн йәш кадрҙар әҙерләү һәм уларҙы предприятиеларға йәлеп итеү, сәселмәй ятҡан баҫыуҙар иҫәбенә майҙандарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен билдәләне.

–       Һеҙгә фиҙәҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республикала эшләп килгән бөтә ярҙам сараларын артабан да һаҡлаясаҡбыҙ. Бынан тыш,  өҫтәмә мөмкинлек килеп сығыу менән, ауыл хужалығы тармағына ярҙамды мотлаҡ арттырасаҡбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter