Обычный вид

Яңылыҡтар

30.04.2019 17:18:00

Радий Хәбиров Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында ҡатнашты

30 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе ултырышта ҡатнашыусыларҙы яҡынлашып килгән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән тәбрикләне.  Хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлектәрендә уңыштар теләне.

Ултырышта эшселәрҙең социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен яҡлау йәһәтенән профсоюз ойошмаларының әһәмиәте, ошо тәңгәлдә республикала алып барылған йәштәр сәйәсәте тураһында фекер алышынды.

Эш биреүселәргә Халыҡ-ара ғаилә көнөндә (15 майҙа) ата-әсәләр өсөн хеҙмәт көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу тураһында мөрәжәғәтнамә ҡабул ителде. Шулай уҡ «Иң яҡшы остаз» республика конкурсы үткәреү тураһында документ раҫланды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter