Обычный вид

Яңылыҡтар

06.05.2019 12:47:00

Радий Хәбиров Шереметьево аэропортындағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашты

 

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Шереметьево аэропортындағы фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләре, туғандары, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

Мурманск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Чибис исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:

«Республика халҡы һәм үҙемдең исемдән Шереметьево аэропортындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Фажиғә тураһында хәбәр Башҡортостан халҡын тетрәндерҙе. Беҙ Мурманск өлкәһендә йәшәүселәр менән бергә ҡайғырабыҙ. Һәләкәттә зыян күргәндәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ Зыян күргәндәрҙең һәммәһенә лә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Был фажиғә ҡағылған һәр кемгә беҙҙең теләктәшлек һүҙҙәрен еткереүҙе һорайым. һеҙгә сабырлыҡ, ныҡлыҡ һәм рух көсө».

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter