Обычный вид

Яңылыҡтар

29.04.2019 13:12:00

Радий Хәбиров спорт көрәше федерацияһының попечителдәр советы рәйесе итеп һайланды

29 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһының спорт көрәше федерацияһы» йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ултырышта федерацияның яңы уставы раҫланды, яңы президент һайланды. Башҡортостандың спорт көрәше федерацияһын республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Артур Әхмәтханов етәкләйәсәк.

Радий Хәбиров ойошманың попечителдәр советы рәйесе итеп һайланды.

–Бында мин бала саҡтан таныш кешеләрҙе күрәм, – тине төбәк етәксеһе. – Минең күңелемдә көрәш спортына ҡарата оло һөйөү йәшәй, спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы тәрән ихтирам итәм. Минең өсөн был бик мөһим.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн төбәктә көрәш спортын үҫтереү өсөн уникал мөмкинлек бар. Сөнки Башҡортостан етәкселеге ошо йүнәлешкә ярҙам күрһәтергә әҙер. Төп маҡсат – көрәш спортын киңерәк таратыу, сөнки Башҡортостан элек-электән көрәшселәр төбәге булараҡ дан тота.

–       Бөгөн көрәш үҙ эшенә фиҙәҡәр ҡараған бай тәжрибәле тренерҙар иҫәбенә йәшәп килә, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер өлкән тренерҙарға алмашҡа йәш кадрҙар әҙерләү тураһында уйланырға кәрәк.

Матди-техник базаны нығытыуға килгәндә, төбәк етәксеһе Көрәш һарайы проекты әҙерләнеүе тураһында әйтеп үтте. Йыл аҙағында объект төҙөлә башлар тип күҙаллана.

–       Беҙҙең Көрәш һарайы Рәсәй Федерацияһындағы иң яҡшы үҙәк булырға тейеш тигән бурыс ҡуйҙым. Унда төрлө кимәлдәге ярыштар ҡабул итергә мөмкин буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Көслө спортсылар үҫтереү өсөн интернат тибындағы көрәш мәктәбе тураһында ла уйлашырға кәрәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter