Обычный вид

Яңылыҡтар

29.04.2019 17:25:00

Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында эшләгән табиптарға һәм ҡотҡарыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы

29 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында эшләгән табиптарға һәм ҡотҡарыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

–       Бөгөн был залға медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре – табиптар, шулай уҡ ҡотҡарыусылар саҡырылды. Һеҙ барығыҙ ҙа Сибай ҡалаһында килеп тыуған экологик хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаштығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә Сибайҙа төп эштәрҙе тамамланыҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе һорауҙар бар, беҙ үҙ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Төбәк етәксеһе Сибайға барып, унда ярайһы оҙаҡ ваҡыт эшләгән, йәмғеһе 20 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән табиптарға рәхмәт белдерҙе.

–       Хөрмәтле дуҫтар, иң мөһиме беҙ берҙәмлек күрһәттек, әгәр ҙә мөһим, файҙалы эште ойошҡан рәүештә атҡарабыҙ икән – барыһы ла килеп сыға тигәнде дәлилләнек һәм беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе бер ҡасан да ташламайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә иһә ҙур рәхмәт, сибайҙарҙан ҡайнар сәләм.

 

Бүләкләнеүселәр исемлеге

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter