Обычный вид

Яңылыҡтар

29.04.2019 11:40:00

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә 1,5 млн ағас ултыртылған

Уҙған шәмбе ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» берҙәм республика акцияһы сиктәрендә 1,5 млн ағас ултыртылған. Был хаҡта Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

«Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында үткән акцияла 112 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, улар иҫәбенә мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, ойошма һәм предприятие эшселәре, урындарҙағы халыҡ инә.

Ҡала һәм ауылдарҙа 164 тематик аллея барлыҡҡа килде, махсус биләмәләргә 109 мең ағас ултыртылды.

–Беҙ ҡалаларҙа эре үҫентеләр ултыртырға килештек. Тәү маҡсат – тиҙ һөҙөмтә, уларҙың үҫкәнен унар йыллып көтөргә тура килмәйәсәк. Мәҫәлән, Өфөлә 2,5 мең эре үҫенте ултыртылды. Йәғни тиҙ арала бәләкәй генә урмандар барлыҡҡа килде,  – тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән Өфөнөң мөмкинлектәре ҙур. Йыл һайын 5-10 мең эре үҫенте ултыртырға мөмкин. Ғөмүмән, ҡалаларҙа йәшеллеккә, ағастарға ихтыяж ҙур. Беренсенән, матурлыҡ, икенсенән, экология һәм, ғөмүмән, биләмәләрҙе үҫтереү йәһәтенән заманса тенденция. Шуға ла урман ултыртыу менән беҙ яҙ шөғөлләнәсәкбеҙ, ә ҡалаларҙа был эште йылына ике тапҡыр – яҙлы-көҙлө атҡарасаҡбыҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter