Обычный вид

Яңылыҡтар

29.04.2019 10:30:00

«Газпром» ойошмаһы Салауат ҡалаһында яңы предприятие асырға теләй

«Газпром» ойошмаһы Салауат ҡалаһында яңы ҡеүәтле предприятие асырға теләй. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Төбәк етәксеһенең «Газпром» ойошмаһы Идара Рәйесе Алексей Миллер менән осрашыуы буйынса протоколға ошо йәһәттән техник-иҡтисади тикшереү үткәреү бурысы билдәләнгәйне. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 31 майҙа махсус кәңәшмә үтәсәк.

Яҡтар шулай уҡ 2025 йылға тиклем Башҡортостанды зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөү мәсьәләһен ҡараны.

- Беҙҙең өсөн тағы ла бер мөһим һорау бар. Зәңгәр яғыулыҡ менән файҙаланған өсөн ваҡытында иҫәпләшеүҙе тәьмин итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Был йәһәттән күрһәткестәр, әлбиттә, насар түгел. Әммә беҙ «Газпром» алдында бурыстарҙы ваҡытында үтәү буйынса ышанысты артабан да юғалтмаҫҡа тейешбеҙ.

Төбәк етәксеһе вице-премьер вазифаһын башҡарыусы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажитдиновҡа был эшмәкәрлекте контролдә тоторға һәм аҙна һайын эшсе төркөм ултырышын үткәрергә ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter