Обычный вид

Яңылыҡтар

22.04.2019 11:54:00

Газонға автомобиль ҡуйған өсөн һалынған дөйөм штраф күләме 3,9 млн һумға еткән

Газонға автомобиль ҡуйған өсөн административ комиссиялар һалған штраф күләме 3,9 млн һум тәшкил иткән, уларҙың 2,7 млн һумы Өфөгә тура килә. Был һандарҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

10 апрелдән 19-на тиклем административ комиссиялар 7 101 закон боҙоу теркәгән, 2851 ҡарар сығарған.

Тупланған штаф парковка урындары булдырыу һәм йәмәғәт урындарын кәртәләүгә йүнәлтеләсәк. Бөгөнгә күп фатирлы йорттар ихаталарында 85 085 машина ҡуйыу урыны бар. Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты биргән нормативтарға ярашлы тағы ла  144 834 машина ҡуйыу урыны булдырырға кәрәк. Юл ситтәрендә автомобиль ҡуйыу өсөн махсус урындар һаны бөгөнгә 27 097, йәнә 23 057 булдырыу шарт.

–        Автомобиль парковкалары буйынса кәңәшмә үткәрергә саҡырам. Беҙгә аныҡ картинаны күҙ алдына килтереү шарт. Минеңсә, был мәсьәлә республикалағы бер-нисә ҡалаға хас күренеш, – тине Радий Хәбиров. – Һорауҙы хәл итеү өсөн нимә эшләргә кәрәк. Ихаталарҙа, юл ситтәрендә автомобиль ҡуйыу урындарын арттырабыҙмы, әллә түләүле парковкалар төҙөйбөҙмө. Ошоно ныҡлы аңлағандан һуң аныҡ ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter