Обычный вид

Яңылыҡтар

22.04.2019 10:51:00

Радий Хәбиров хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡаплатыуҙы тиҙләтергә ҡушты

22 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡаплатыуҙы тиҙләтергә ҡушты.

Был йәһәттән күрелгән саралар тураһында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников һөйләне. Бөгөнгә 105 ойошманың дөйөм бурысы 594 млн һум тип баһалана. Уларҙың яртыһы башлыса алты предприятиеға тура килә. «Энерготехсервис» ЯСЙ һәм «Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү компанияһы» ЯАЙ буйынса һорауҙар судта ҡарала. Тағы ла ике ойошма – «Приволжэнерго» ЯСЙ һәм «Станоктар төҙөү» фәнни-етештереү предприятиеһы 2019 йылдың майында бурыстарҙы ҡаплатып бөтөргә йыйына.

Радий Хәбиров бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса эш биреүселәр тәғәйенләгән ваҡытты контролдә тоторға ҡушты.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter