Обычный вид

Яңылыҡтар

18.04.2019 10:37:00

Башҡортостан менән Татарстандың рәсми һәм эшлекле даирәләре вәкилдәре осрашыуы

18 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ике төбәктең рәсми һәм эшлекле даирәләре осрашыуында ҡатнашты.

Радий Хәбиров сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән һәм гуманитар тармаҡта ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте нығытыр өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.

–Беҙҙең республикалар бизнес-кооперацияны нығыта, эшлекле хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү  өсөн мөмкинлектәрҙе өйрәнә, –тине Радий Хәбиров. – Башҡортостандың күп кенә предприятиелары Татарстан компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә. Беҙ төбәктәр араһындағы тауар әйләнешен арттырыу яҡлы. Шуның өсөн дә Татарстанда беҙҙең республиканың рәсми вәкиллеген асасаҡбыҙ.

Рөстәм Миңлеханов Татарстан менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға иғтибар бүлгәне һәм Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәре ойошторорға ярҙам иткәне өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.

–        Беҙҙең туғандаш халыҡтарҙы уртаҡ тарих, мәҙәниәт, милли йолалар, берҙәм дин, аңлайышлы тел, уртаҡ иҡтисади ҡыҙыҡһыныуҙар  берләштерә. Ике милләт араһында һәр ваҡыт дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре булған һәм буласаҡ, – тине Рөстәм Миңлеханов.

Осрашыу аҙағында ике төбәк етәксеһе Башҡортостан Республикаһы менән Татарстан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ биш йылға иҫәпләнгән һәм сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе күҙ уңында тота.

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Татарстан араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшө өсөн Рөстәм Миңлехановҡа Салауат Юлаев ордены тапшырҙы.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter