Обычный вид

Яңылыҡтар

18.04.2019 13:27:00

Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына барҙы

 

18 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Татарстан көндәре сиктәрендә Радий Хәбиров һәм Рөстәм Миңлеханов  «ВДНХ-Экспо» комлексында асылған Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына барҙы.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов форум экспозицияһы менән танышты, торлаҡ комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  предприятиелары вәкилдәре менән тармаҡҡа инновация һәм заманса технологиялар йәлеп итеү тураһында фекер алышты.

Эшлекле программаның мөһим ваҡиғаһы «Торатау» Конгресс-холында асылған бизнес-форум сиктәрендә үткән  «Төҙөлөш» түңәрәк өҫтәле булды. Фекер алышыуҙа ике төбәктең алдынғы төҙөлөш компаниялары, илдең эре банк ойошмалары ҡатнашты.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter