Обычный вид

Яңылыҡтар

12.04.2019 12:57:00

Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары һәм тренерҙар штабы менән осрашты

12 апрелдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларын һәм тренерҙар штабын Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булыуҙары менән ҡотланы.

–Һеҙгә был миҙгел өсөн рәхмәтемде әйтергә теләйем. Ул бик үҙенсәлекле, әммә бик уңышлы булды. Башта уйын ауыр барҙы, әммә беҙгә, көйәрмәндәргә бүләк иткән миҙгел финалын һүҙ менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел, – тине Радий Хәбиров. – Иң ҙур еңеү – ул уйынсылар һәм көйәрмәндәрҙең берлеге. Плей-офф көндәрендә бөтә республика хоккей рухы менән йәшәне. Һеҙ беҙгә позитив энергия бүләк иттегеҙ.

Радий Хәбиров баш тренер Николай Цулыгинға айырым рәхмәт белдерҙе. Ул команданы еңел булмаған шарттарҙа ҡабул итеп алды һәм уны «Көнсығыш» конференция финалына алып барып еткерҙе.

–Һеҙ команданы нығыттығыҙ, коллективты туплай алдығыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. – Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, бөтә бурыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Артабан да мотлаҡ хоккейға ярҙам итәсәкбеҙ. Шуға ла һеҙҙән яҡшы әҙерлек һәм күтәренке кәйеф менән яңы миҙгел көтәбеҙ.

 Радий Хәбиров шулай уҡ «Салауат Юлаев» хоккей командаһының ике уйынсыһын айырым билдәләп үтте. Уҙған миҙгелдә сағыу, һөҙөмтәле уйын күрһәткәндәре өсөн ҡапҡасы Юхо Метсола «Салауат Юлаев» ордены, ә һөжүмсе Тем Хартикайнен «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде.

Үҙ сиратында хоккейсылар ҙа Радий Хәбировҡа иғтибар һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙеләр һәм  уға автографтар менән Юхо Метсоланың сәкәнен бүләк иттеләр.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter