Обычный вид

Яңылыҡтар

08.04.2019 18:39:00

Радий Хәбиров: «Намыҫһыҙ эш биреүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күрелергә тейеш»

8 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктәге хоҡуҡи тәртип мәсьәләләрен контролдә тотҡан координация советы ултырышын үткәрҙе. Ул эш биреүселәр тарафынан граждандарҙың хеҙмәт хаҡына конституцион хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләренә арналды.

Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципаль берәмек башлыҡтары ҡатнашты.

Хеҙмәт хаҡы буйынса тотҡарлыҡ  мәсьәләләренә Радий Хәбиров беренсе тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй. 2018 йылдың декабрендә ул министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренән хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы кәметеүҙе талап итте. Һөҙөмтәлә, Яңы йылға тиклем ике аҙна эсендә бурыстар 635,5 млн һумдан 500 млн һумға тиклем кәметелде.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтә ойошмалар ҙа төбәк етәксеһе ҡуйған бурысты атҡара алманы. 2019 йылдың 1 мартына бурыстар күләме 583 млн һумға еткән. Уның төп өлөшө –362 млн һумы – килемһеҙ эшләүсе һәм банкрот хәлдәге ойошмалар иҫәбенә тура килә.

–Хәлдең киҫкенләнеүе банкрот процедураларының йыш ҡына рейдерлыҡ менән бәйле булыуы сәбәпсе. Һалым буйынса бурыстар үтәлмәй, милек сит ҡулдарға күсә, – тине Радий Хәбиров. – Хоҡуҡ һаҡлау органдарына был мәсьәләләргә етди иғтибар бүлергә кәрәк. Намыҫһыҙ эш биреүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар күреү, кәрәк икән, хатта енәйәт эше ҡуҙғатыу мөһим.

Радий Хәбиров профсоюз ойошмаларын был йәһәттән күпкә яуаплыраҡ позицияла булырға  саҡырҙы. Кәңәшмәлә хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы кәметеү йәһәтенән өҫтәмә саралар хаҡында фекер алыштылар.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter