Обычный вид

Яңылыҡтар

08.04.2019 14:29:00

Радий Хәбиров демография мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе

8 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров демография мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, профилле  министрлыҡ һәм ведомство, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау ойошмалары һәм ғилми-тикшеренеү институттары етәкселәре ҡатнашты.  Улар рәтендә М.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының халыҡ сәйәсәтен теоретик яҡтан өйрәнеү секторы мөдире Владимир Архангельский бар ине.

–Республикала тыуым күрһәткесе төшә. Әйтәйек, 2018 йылда 2014 йыл менән сағыштырғанда 13 меңгә әҙерәк бала тыуған. Был биш йыл эсендә тотош бер ҡасаба халҡы юҡҡа сыҡҡан тигән һүҙ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин был мәсьәләгә етди иғтибар бүлә. Тыуым күрһәткесе төшөүе башҡа төбәктәр өсөн дә хас күренеш. Шул уҡ ваҡытта айырым субъекттарҙа ыңғай тенденция күҙәтелә.  Шуның өсөн дә проблема сәбәптәрен ентекле өйрәнергә һәм кире тенденцияны туҡтатырға тейешбеҙ.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter