Обычный вид

Яңылыҡтар

08.04.2019 13:11:00

15 апрелгә тиклем Башҡортостан юлдарында 500 меңдән ашыу соҡор ремонтланасаҡ

15 июнгә тиклем республика район-ҡалаларында дөйөм алғанда 505 973 мең соҡор-саҡыр ремонтланырға тейеш. Был күрһәткесте Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты билдәләгән. Ошо турала төбәк етәксеһе үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында комитет рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе.

1 марттан алып республикала 27,3 мең соҡор-саҡыр ямалған. Төҙөкләндереү эштәре графикка ярашлы алып барыла. 5 апрелдән ҡайнар асфальт-бетон әҙерләүсе 17 завод эшләй башланы. Шулай юҡ «Юл эксперты» тип исемләнгән мобиль ҡушымта камиллаштырылды. Бөгөнгә уның ярҙамында  халыҡтан 1 719 мәғлүмәт ҡабул ителгән, һөҙөмтәлә 369 соҡор төҙөкләндерелгән. Ошо уҡ системаға ихаталарҙағы соҡор-саҡырҙар тураһында 450 мөрәжәғәт килгән. Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев әйтеүенсә, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре рейды барышында ихаталарҙа 16 602 соҡор асыҡланған. Уларҙың 4 419 төҙөкләндерелгән.

Михаил Киреев ултырышта шулай уҡ газондарға автомобиль ҡуйыу мәсьәләһен күтәрҙе. Был күренештең төп сәбәбе – парковкалар етмәүе.

Радий Хәбиров  административ комиссияларҙың насар эшләүен һыҙыҡ аҫтына алды. 2019 йылдың беренсе кварталында улар газонға автомобиль ҡуйғандарға ҡарата ни 315 ҡарар сығарған, дөйөм штраф күләме – 295 300 һум. 9 апрелдә Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексына икенсе уҡыуҙа үҙгәреш индереү ҡарала. Закон ҡабул ителеү менән йәмәғәт комиссиялары аныҡ эшләүсе инструментҡа эйә буласаҡ. Штрафтар иҫәбенә тупланған аҡса автомобилдәр өсөн яңы парковка булдырыу һәм газондарҙы уратып алыусы конструкциялар өсөн йүнәлтеләсәк.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter