Обычный вид

Яңылыҡтар

08.04.2019 11:56:00

Экологик өмәләрҙә 320 меңгә яҡын кеше ҡатнашты

Башҡортостанда 6 апрелдә үткән экология өмәләрендә 320 меңгә яҡын кеше ҡатнашты һәм 3 056 берәмек техника йәлеп ителде. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Өмәләр бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә үтә (һауа шарттары сәбәпле бары тик Сибай һәм Учалы ҡалаларында тотҡарлана). Бөтәһе 5 532 ихата, 107 ял итеү биләмәһе һәм 63 хәрби мемориал тәртипкә килтерелгән.

Йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү эштәренә 15 960 ойошма йәлеп ителә. 110 261 куб. м сүп-сар сығарыла. Өмәгә 34 дәүләт власы органдарынан 800 хеҙмәткәр сыҡҡан. Улар баш ҡала парктары һәм скверҙарҙан 10 мең тонна сүп-сар сығара.

–Май байрамдарына бөтә биләмәләр ҙә тәртипкә килтерелергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был йәһәттән үҙебеҙгә юғары талап ҡуябыҙ.

Төбәк етәксеһе 27 апрелгә тәғәйенләнгән республика әһәмиәтендәге сираттағы экология өмәләрендә урам-ихаталарҙы таҙартыуға ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Ошо уҡ көндө «Йәшел Башҡортостан» тип исемләнгән ағас ултыртыу акцияһы үтәсәк. Бөгөнгә тематик аллеялар өсөн 57 биләмә тәғәйенләнгән. Йәмғеһе 17 мең ағас һәм 4 мең ҡыуаҡ үҫентеләре ултыртыу күҙаллана.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter