Обычный вид

Яңылыҡтар

04.04.2019 16:24:00

Радий Хәбиров «Мәғариф сәғәте» үткәрҙе

4 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Мәғариф сәғәте» форматында беренсе кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство ағзалары ҡатнашты.

– «Мәғариф сәғәтенең» төп маҡсаты ябай, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә мәғариф тармағындағы һорауҙарҙы хәл итеү мөһим. Йылдар буйы тупланған етешһеҙлектәр байтаҡ. Шулай тигәндә матди-техник база, уҡытыусылар етмәүе, мәктәп һәм балалар баҡсаларындағы хәүефһеҙлек мәсьәләләре күҙ уңында тотола. Беҙгә белем биреү, балаларҙың конкурентлыҡ кимәле тураһында уйланырға кәрәк.

Тематик кәңәшмәләр республика халҡының мөрәжәғәттәренә анализ һәм иң сетерекле һорауҙарға анализ менән башлана. «Инцидент» системаһы эшләй башлағандан алып мәғариф өлкәһенә бәйле 500 һорау ҡабул ителгән. Социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәр менән эшләүсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, иң күп һорауҙар – мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларындағы туҡланыу сифаты, мәғариф учреждениелары етмәү, балаларҙың хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлегенә бәйле. Белорет районы Уҫманғәле ауылындағы әҙ комплектлы мәктәп ябылыуын иҫәпкә алып, Радий Хәбиров бинаны һаҡлау һәм урындағы халыҡ өсөн кәрәкле учреждение ойоштороу бурысы ҡуйҙы.

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Янғындарҙы киҫәтеү саралары, видеокамералар урынлаштырыу һәм капиталь төҙөкләндереү өсөн  әле 2,6 млрд һум өҫтәмә аҡса талап ителә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  капиталь ремонт графигын төҙөргә, ваҡытында бөтә процедураларҙы үткәреп һатып алыуҙар ойошторорға һәм йәйге каникулдар мәлендә төҙөкләндереү эштәрен башларға ҡушты.

– Мәктәптәрҙәге хәүефһеҙлек – ул бары тик камера һәм ҡоймалар ғына түгел. Педагогик коллектив, мәктәп һәм ата-әсәләр берҙәмлеге мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Кире күренештәргә беҙ бергәләп ҡаршы торорға тейешбеҙ. Шул иҫәптән интернеттағы ҡаршылыҡтарға ла. Беҙҙең мәктәптәрҙә буллинг булырға тейеш түгел.

Төбәк етәксеһе сираттағы «Мәғариф сәғәтендә» мәктәптәрҙәге психологик атмосфера темаһы күтәреләсәк тине.

Был юлы тағы ла мәктәптәрҙең йомғаҡлау аттестацияларына әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Айбулат Хажин миҫал өсөн Яңауыл һәм Стәрлебаш райондарын килтерҙе. Урындағы мәғариф бүлектәре етәкселәре ебәргән хаталар арҡаһында уҡыусылар имтихан тапшырырға күрше райондарға барырға мәжбүр. Быйыл Яңауылда яңынан имтихан тапшырыу пунктын асыу тураһында килешелгән.

–Ололар ғәйепле, ә ни өсөн балалар унан зыян күрергә тейеш?–тип һораны Радий Хәбиров. – Уҡыусылар өсөн имтихандар былай ҙа ҙур стресс, өҫтәүенә уны бөтөнләй ят ерҙә тапшырырға тейештәр.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа Стәрлебаш районына сығырға һәм мәсьәләне урында өйрәнергә, иң мөһиме – балаларға район биләмәһендә имтихан тапшырыу мөмкинлеген хәл итергә ҡушты.

2019 йылдың 1 апреленән  республика мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсә башланы. Бөгөнгә 60 процент  уҡыусылар шәмбе көн ял итә.

–1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәренең барыһы ла биш көнлөк уҡытыуға күсеп бөтөргә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Был ысын мәғәнәһендә ҙур үҙгәреш һәм ул мәктәп өсөн дә, балалар өсөн дә файҙалы булырға тейеш. Мәскәү миҫалы был йәһәттән беҙҙең өсөн өлгө булып тора.

Радий Хәбиров спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренең  реакцияһын өйрәнергә, ял көнөндә улар балаларға нимә тәҡдим итә, шуны анализларға ҡушты.

«Мәғариф сәғәте» айына ике тапҡыр үткәреләсәк.

 

 

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter