Обычный вид

Яңылыҡтар

02.04.2019 12:39:00

Радий Хәбиров: «Беҙҙең һаулыҡ һаҡлау тармағы иң алдынғы һәм заманса булыуын теләйем»

 

2 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр үҙәгендә үткән «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» IVМедицина форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.

                                                          ***

Төбәк етәксеһе шулай уҡ форум сиктәрендә ойошторолған махсуслашҡан күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашты. Унда Рәсәйҙең 15 төбәге һәм Белоруссиянан 160-тан ашыу компания үҙ стендтарын урынлаштырған. Был ойошмалар медицина ҡорамалдары һәм кәрәк-яраҡтары, яңы технологиялар һәм фәнни асыштар тәҡдим итә.

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы коллектив стенд менән сығыш яһай. Ул Рәсәйҙең эре 15 предприятиеһын күрһәтә.

–Медицина йүнәлешендәге алдынғы ҡаҙаныштар менән таныштырыр өсөн беҙҙең республикаға килгән ҡунаҡтарға рәхмәтемде белдерәм. Был күргәҙмәгә ҡарата йылдан-йыл ҡыҙыҡһыныу арта, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә уңыштар, ә беҙҙең һаулыҡ һаҡлау тармағы иң алдынғы һәм заманса булыуын теләйем.

 

 

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter