Обычный вид

Яңылыҡтар

02.04.2019 15:08:00

Радий Хәбиров Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

2 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Сара «Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау аҙналығы» IV Медицина форумы сиктәрендә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр үҙәгендә үтте.

Унда шулай уҡ Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының ашығыс медицина ярҙамы буйынса штаттан тыш баш белгесе, И.П.Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты ректоры Сергей Багненко ҡатнашты.

Радий Хәбиров ашығыс медицина ярҙамы системаһын үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе икәнен һыҙыҡ аҫтына алды. Матди-техник базаны яҡшыртыу өсөн Милли проект сиктәрендә, шулай уҡ республика бюджеты иҫәбенә өр-яңы заманса ашығыс ярҙам автомобилдәре һатып алыныуын билдәләп үтте.

–Әле  һеҙҙең өсөн ҡатмарлы осор, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә үҙгәртеп ҡороуҙар бара. Беҙ һеҙҙең эшегеҙҙең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнен аңлайбыҙ, — тине Башҡортостан етәксеһе. – Шуның өсөн дә һеҙҙең фекер-тәҡдимдәрҙе тыңларға әҙербеҙ.

Кадрҙар мәсьәләһе республиканың ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәтендә төп проблемаларҙың береһе булып тора. Бригадаларҙың 30 проценты саҡырыуҙарға бер фельдшер менән генә сыға, ә федераль нормативтар буйынса ике медиицина белгесе булырға тейеш. Федераль үҙәк һәм республика бюджетынан  автотранспорт паркы 60 процентҡа яңыртылған. Ләкин тағы ла 140 берәмек санитар машина кәрәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ашығыс медицина ярҙамы табиптары һәм фельдшерҙары менән осрашыуҙа ошо системала йыйылған проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Осрашыуҙа күтәрелгән һорауҙар артабан «Сәләмәтлек сәғәте» сиктәрендә ентекле өйрәнеләсәк.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter