Обычный вид

Яңылыҡтар

28.03.2019 11:53:00

Ҡырғыҙ Республикаһы Премьер-министры Мөхәммәтҡалый Әбелғазиев менән эшлекле осрашыу

28 мартта Бишкәктә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  Ҡырғыҙ Республикаһы Премьер-министры Мөхәммәтҡалый Әбелғазиев менән осрашты. Яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.

Ҡырғыҙстан Премьер-министры Башҡортостан халҡын республикка ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән ҡотланы һәм төбәккә үҫеш теләне.

–Рәсәй менән Ҡырғыҙстан араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә Башҡортостан ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, республиканың иҡтисади мөмкинлектәре юғары, – тине Мөхәммәтҡалый Әбелғазиев. – Беҙ һеҙҙең менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Беҙҙең ватандаштарыбыҙҙың күбеһе һеҙҙә эшләй.

Хөкүмәт башлығы әйтеүенсә, Радий Хәбировтың Ҡырғыҙ Республикаһына килеүе туғандаш халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға яңы этәргес буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, бөгөн ике Хөкүмәт араһында төҙөлгән килешеү республикалар араһындағы тауар әйләнешен арттырыуға йоғонто яһаясағына ышанысын белдерҙе.Нефть химияһы тауарҙарынан тыш, республика заманса автобустар, биопрепараттар һәм ауыл хужалығы өсөн комплекслы ашламалар һәм башҡа тауарҙар менән һатыу итергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостанда Ҡырғыҙстан ауыл хужалығы тауарҙарына һорау бар.

–Бөгөн республикала  Ҡырғыҙстан капиталы ҡатнашлығында 25 предприятие бар, – тине Радий Хәбиров. – Былтырҙан Өфөлә Ҡырғыҙстан Республикаһының Почётлы консулы Айрат Ғәрифйән улы Хәбиров эшләй.

Осрашыу барышында мәғариф, мәҙәниәт, туризм, шифахана-курорт дауалауы йүнәлешендәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре барланды. Радий Хәбиров Ҡырғыҙстан делегацияһын Башҡортостанда үтәсәк Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында һәм «Апимондия-2021» Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында ҡатнашырға саҡырҙы.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter