Обычный вид

Яңылыҡтар

27.03.2019 10:48:00

Радий Хәбиров Өфөнө үҫтереү буйынса стратегик проекттарға арналған кәңәшмә үткәрҙе

27 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөнө үҫтереү буйынса стратегик проекттарға арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетынан Мәҙәниәт иҡтисадын, ҡала мөхитен һәм креатив индустрияны өйрәнеү үҙәге етәксеһе Сергей Капков, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре һәм ҡалалар үҫешен өйрәнеүсе эксперттар ҡатнашты.

Осрашыуҙа йәмәғәт урындарын, парк һәм йәйәү йөрөй торған биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу  буйынса проекттар ҡаралды. Был проекттар алдынғы Рәсәй һәм сит ил тәжрибәләренә таянып әҙерләнгән.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter