Обычный вид

Яңылыҡтар

25.03.2019 19:51:00

Радий Хәбиров мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне

25 мартта З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе сәнғәт эшмәкәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

***

Радий Хәбиров шулай Өфө дәүләт сәнғәт инситутының М.Фоменков исемендәге хор залын, махсус фортепиано класын ҡараны, педагогтар һәм студенттар менән аралашты.

Сара һуңында юғары уҡыу йортоноң профессор-педагогтар коллективы, Башҡортостандың сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында ижади коллективтарҙы борсоған актуаль һорауҙар күтәрелде, йәш таланттарға ярҙам мәсьәләһе, пландар һәм перспективалар барланды.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter