Обычный вид

Яңылыҡтар

23.03.2019 13:24:00

Владимир Путин Башҡортостан халҡын республика ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән ҡотланы

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе иҫтәлекле юбилей – Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы менән тәбрикләйем.

Был дата беҙҙең илдең милли-дәүләт ҡорорлошо тарихындағы мөһим этаптарҙың береһе. Ул Башҡортостан яҙмышында етди роль уйнай: уның иҡтисади үҫешенә, Башҡортостан халыҡтары йолаларын, бай мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлауға йоғонто яһай.

Бөгөн Башҡортостан хаҡлы рәүештә алдынғы төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Республикала йәшәгән халыҡтың фиҙәҡәр тырышлығы, аҡыл менән ҡабул ителгән ҡарарҙар нигеҙендә Республика инновацион потенциалын арттыра. Төбәктә етди инвестициялар йәлеп итеү буйынса шарттар тыуҙырыла, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә, энергетика, социаль һәм транспорт инфраструктураһы буйынса мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Ошо күләмле башланғыстарҙың барыһы ла халыҡ тормошон яҡшыртыуға, йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Тыуған ергә булған һөйөү, уның үҫеше өсөн үҙ өлөшөңдө индерергә ынтылыш, үҙ-ара ихтирам һәм татыулыҡ киләсәктә лә Башҡортостан Республикаһы һәм тотош Рәсәй мәнфәғәте хаҡына алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәгенә ышанам.

Һеҙгә бәхет, һаулыҡ һәм яңы еңеүҙәр теләйем.

 

Владимир Путин

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter