Обычный вид

Яңылыҡтар

18.03.2019 16:25:00

Радий Хәбиров граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса гранттар булдырҙы

18 мартта төбәк етәксеһе  Радий Хәбиров республикала граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документ төбәктәге, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә тос өлөш индергән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү маҡсатында барлыҡҡа килде.

Указға ярашлы Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы гранттар тураһында положениены эшләп раҫлау өсөн тәҡдим итергә һәм конкурс комиссияһы составын билдәләргә тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы  тәъмин итергә бурысы йөкмәтелде.

2019 йылда гранттар өсөн бүленгән сумма – 50 млн һум.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter