Обычный вид

Яңылыҡтар

18.03.2019 15:10:00

«Төҙөлөш сәғәтендә» Иглин районы һәм Нефтекама ҡалаһындағы проблемалы объекттар ҡаралды

18 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.

Проблемалы торлаҡ объекттарын төҙөп бөтөү буйынса күрелгән саралар тураһында Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев һөйләне. Атап әйткәндә, Өфөлә торлаҡ комплекстары буйынса кәңәшмә үткән, бөгөн 16 объект буйынса төҙөлөштө тамамлау графигы әҙерләнә.

Инициатива төркөмө рәйесе Зөлфиә Ғайсина «Миловский парк» һәм «Яңы Булгаков» комплекстары өлөшсөләре исеменән инженер селтәрҙәрҙен файҙаланыуға тапшырыу буйынса һорауҙар бирҙе. Григорий Невоструев әйтеүенсә, был мәсьәләләр контролгә алынған, етди тотҡарлыҡтар булмаясаҡ.

«Төҙөлөш сәғәте»сиктәрендә Иглин районы һәм Нефтекама ҡалаһындағы проблемалы төҙөлөштәр иғтибар үҙәгенә алынды.

Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко белдереүенсә, район биләмәһендә  биш проблемалы объект бар. Уларҙың береһе – «Юлдаш» торлаҡ комплексы юғары әҙерлек кимәлендә. Эштәрҙе июль уртаһына тамамлап ҡуйыу күҙаллана.

–Йортто эксплуатацияға тапшырырға һәм халыҡҡа фатир асҡыстарын бирергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлөш эше тамамланыу тураһында отчёт көтәм.

Ҡалған объекттар буйынса бөтә булған иҡтисади-финанс мөмкинлектәрҙе барларға ҡушты.

Нефтекамала, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, бер проблемалы объект. Төҙөүсеһе «Интеграл» акционерҙар йәмғиәте. Ойошма дүрт йорт төҙөй башлай. Уларҙың өсәүһе бөгөн юғары әҙерлек кимәлендә. Әлеге мәлдә төҙөүсе алмаштырыла. Финанс-иҡтисади схема бер ай эсендә әҙер буласаҡ.

–Беҙгә яуапһыҙ кешеләрҙең «мираҫы» ҡалды. Был йәһәттән әле оҙаҡ эшләргә тура киләсәк. Был йорттарҙа төҙөлөш бишәр йыл элек туҡтап ҡалған. Әммә беҙ эште урынан ҡуҙғатасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter