Обычный вид

Яңылыҡтар

18.03.2019 12:26:00

2019 йылда Башҡортостанда 72 юбилей объекты төҙөләсәк

2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 72 юбилей объектын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин белдерҙе.

–Быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ мөһим социаль объекттар рәтендә Затондағы Спорт әҙерлеге үҙәген, Өфөнөң Дим районында 1000 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәпте билдәләп үтә алабыҙ, – тине Марат Әхмәҙуллин. – Бөтә эштәр ҙә графикка ярашлы алып барыла.

Артабан да эре медицина һәм мәғариф объекттарын тапшырыу планлаштырыла. Улар рәтендә Өфөләге Республика онкология диспансерының хирургия комплексына төкәтмә, Бөрө ҡалаһында поликлиника, Учалы һәм Октябрьский ҡалаларында яңы хирургия корпустары, шулай уҡ Булгаков ҡасабаһында, «Миловский парк» торлаҡ комплексында мәктәп һәм Инорста белем биреү үҙәге.

Радий Хәбиров Башҡортостандың төҙөлөш комплексын үҫтереү перспективаларына арналған семинар-кәңәшмә үткәрергә ҡушты.

–Беҙ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу буйынса ҡуйған бурыстарҙы хәл итеү юлдарын аныҡ аңларға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ халыҡҡа торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү механизмдарын тәҡдим итергә тейеш. Кешеләргә бөтә мөмкинлектәр тураһында һөйләргә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы  Радий Хәбиров шулай уҡ йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бурысын ҡуйҙы.

–Төҙөлөш эштәренә тотонорҙан алда иң мөһим һорауҙарҙы хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Туймазыла, Борайҙа крандан аҡҡан һыуҙы эсерлек түгел. Хәйбулла районы йәй көнө һыуһыҙ интегә. Кешеләрҙең уңайлы шарттарҙа йәшәүе бик мөһим.Фатирҙарҙа һыу, ихата алдында яҡтыртылған яҡшы юл булырға тейеш.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter