Обычный вид

Яңылыҡтар

16.03.2019 15:22:00

Радий Хәбиров ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау барышы менән танышты

16 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ихата биләмәләрен төҙөкләндереү һәм юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау барышын тикшерҙе.

Төбәк етәксеһе биләмәләрҙе төҙөкләндереү проекттары менән танышты, халыҡ менән аралашты, уларҙың фекер-тәҡдимдәрен тыңланы. Радий Хәбиров төҙөкләндереү эштәренә комплекслы ҡарарға кәрәк тине һәм 1 июнгә тиклем халыҡтың теләге буйынса шлагбаумадар урынлаштырыу һорауҙарын һәм күп фатирлы йорттарҙың подвалдарын тәртипкә килтереү мәсьәләләрен хәл итергә ҡушты.

–Майҙа һәм көҙ көнө, йылына ике тапҡыр ағастар ултыртыу акцияһын ойошторасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ҡалабыҙҙы йәшелләндереү ихтыяжы бар. Шуға ла ағастар ултырта башлаясаҡбыҙ, шул иҫәптән ихаталарҙа ла.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡала халҡынан ҡар таҙартыу барышы тураһында фекерҙәрен һорашты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә ябай булмаған шарттарҙағы эше өсөн рәхмәт белдерҙе.

***

Төбәк етәксеһе шулай уҡ юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау барышы менән танышты. Транспорт һәм юл хужалығы комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, әлеге мәлдә ремонт эштәре өсөн һалҡын асфальт технологияһы ҡулланыла. 15 апрелдән эҫе асфальт-бетон ҡулланыуға күсеү планлаштырыла.

 Шунда уҡ Тимур Мөхәмәтйәнов юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремотлау буйынса мобиль ҡушымтаның демо версияһы менән таныштырҙы. Ул 1 апрелдән эшләй башларға тейеш. Радий Хәбиров был йәһәттән мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеп, эшкәртеүсе махсус диспечер хеҙмәте эшен  ҡараны.

–Был система миңә оҡшамай. Тәүҙә мөрәжәғәтте ҡабул итәһегеҙ. Шунан мәғлүмәт WhatsApp-тағы айырым төркөмгә ебәрелә. Был төптө дөрөҫ түгел. Тотош республика өсөн берҙәм, интеграцияланған система булдырыу шарт. Кеше факторына урын ҡалырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Беренсе сиратта, беҙгә халыҡ ярҙам итергә тейеш. Бының өсөн уңайлы һәм камил эшләүсе ҡушымта кәрәк. Кеше еңел генә программаға инергә, соҡорҙо фотоға төшөрөргә һәм мөрәжәғәт ебрергә тейеш.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин әйтеүенсә, бөгөнгә баш ҡала юлдарында 65 соҡор ремонтланған. Радий Хәбиров был эш әүҙем һәм йылдам алып барылырға тейеш тине.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter