Обычный вид

Яңылыҡтар

14.03.2019 15:34:00

Халыҡ-ара балалар уйындары Комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашыу

14 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Халыҡ-ара балалар уйындары Комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Яҡтар Өфөләге спорт объекттары һәм инфраструктураның Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә әҙерлеге тураһында фекер алышты.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәй йәйге балалар уйындарын беренсе тапҡыр ҡабул итә. Бөгөнгә 35 дәүләт вәкилдәре 2019 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара сарала ҡатнашасағын раҫлаған. Башҡортостанға 1200-ҙән ашыу йәш спортсы килеүе көтөлә.

Ярыштар Ҡамышлы урамында Спорт әҙерлеге үҙәгендә, «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, «Ватан» паркында, 32-се һанлы спорт мәктәбендә һәм «Нефтсе» стадионында үтәсәк. Әҙерлек эштәре графикка ярашлы алып барыла.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, балалар уйындарына федераль дәүләт власы органдары вәкилдәре, билдәле спортсылар килеүе көтөлә. Бай мәҙәни программа әҙерләнә.

–Беҙ ярыштар иң юғары кимәлдә үтер тип уйлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә киләсәк балаларҙың күбеһе артабан олимпия чемпиондары булып китер тип ышанабыҙ.

Ричард Смит Өфөгә спорт объекттарының әҙерлек кимәлен баһалау өсөн килде. Ул яҡшы эш өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter