Обычный вид

Яңылыҡтар

13.03.2019 15:23:00

Радий Хәбиров: «Республика икенсе йөҙйыллыҡҡа ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫа»

13 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Федерация Советы ултырышы сиктәрендә үткән «Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәтендә» сығыш яһаны. Ултырышта Башҡортостандың 100 йыллығана арнап Федерация Советында ойошторолған Республика көндәренә йомғаҡ яһалды.

***

Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко үҙ сығышында Башҡортостан халҡын мөһим тарихи дата – Рәсәй составындағы иң беренсе автономиялы республиканың 100 йыллығы менән тәбрикләне.

–Беҙ сикһеҙ тәбиғәт ресурстарын ғына түгел, ҡеүәтле сәнәғәт мөмкинлектәре, инновацион инфраструктура һәм иң мөһиме – кеше капиталын бөгөнгө республиканың төп байлығы тип иҫәпләйбеҙ, – тине Валентина Матвиенко. – Федерация Советында ойошторолған Республика көндәренә етди әҙерлек менән килгәнегеҙ, йөкмәткеле сығыштар, комитеттарҙағы конструктив фекер алышыуҙар, креатив күргәҙмә өсөн рәхмәтемде белдерәм.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter