Обычный вид

Яңылыҡтар

13.03.2019 13:32:00

Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән эшлекле осрашыу

13 мартта Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров осрашты. Эшлекле фекер алышыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв һәм Федерация Советындағы Башҡортостан вәкилдәре – Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов ҡатнашты.

Яҡтар республиканың 100 йыллығы уңайынан Федерация Советында үткән Башҡортостан көндәре һөҙөмтәләрен, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә бәйле һорауҙарҙы барланы.

–Республика көндәре – төбәк потенциалын, яуланған уңыштарҙы сағылдырырға, хәл итеүҙе талап иткән проблемалар менән таныштырырға ярҙам иткән мөһим сара. Һәр бер комитетта йөкмәткеле фекер алышыуҙар үтте. Һеҙгә мәғлүм – Федерация Советы – төбәктәр палатаһы, бында һеҙ бөтә һорауҙарығыҙ менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, – тине Валентина Матвиенко. – Беҙҙең төп функцияларыбыҙҙың берһе – Рәсәй Федерацияһы субъекттары мәнфәғәтен яҡлау. Һеҙҙең сенаторҙарға әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Улар республиканы лайыҡлы кимәлдә күрһәтә.

Федерация Советы Рәйесе Республика көндәре һөҙөмтәһендә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителәсәклеген һәм уның тулы кимәлдә үтәлешенә ышанысын белдерҙе.

–Федерация Советында Республика көндәрен үткәрергә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Беҙ икенсе көн эшләйбеҙ, һәр бер комитетта ихлас, дуҫтарса ҡабул иттеләр, – тине Радий Хәбиров. – Берлектә бик йөкмәткеле ҡарар әҙерләнек.  Унда республика үҫешен тәъмин итер бөтә стратегик һорауҙарҙы индерергә тырыштыҡ. Комитеттар ултырышында Рәсәй Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Документта мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын, финанс сиселешен дә күрһәтә алдыҡ. Был документ беҙҙең өсөн бик файҙалы булырына ышанабыҙ.

Осрашыуҙан һуң Радий Хәбиров һәм Валентина Матвиенко Башҡортостандың социаль-иҡтисади потенциалын сағылдырған күргәҙмә-презентация менән танышты. Экспозиция бер-нисә зонаға бүленгән. Республиканың инвестициялар йәлеп итеү, ҙур саралар үткәреү һәм туристик мөмкинлектәренә айырым иғтибар бүленгән. Күргәҙмәне ойоштороусылар әйтеүенсә, экспозицияла республиканың тарихы, хәҙергеһе һәм киләсәге тулы кимәлдә сағылдырылған.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter