Обычный вид

Яңылыҡтар

12.03.2019 15:10:00

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты

12 мартта Удмуртияның Ижау ҡалаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле эргәһендәге Совет ултырышында ҡатнашты. Унда шулай уҡ Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Ирина Потехина, Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев, округҡа ҡараған төбәк етәкселәре, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы  ағзалары, дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм белем биреү үҙәктәре етәкселәре ҡатнашты. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәргән Совет ултырышында һәләтле йәштәрҙе табыу, үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Игорь Комаров һәләтле балалар һәм йәштәр менән эшләү – Рәсәй Президентының май указында мәғариф йүнәлеше буйынса 2019-2024 йылдарға билдәләнгән өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булыуын һыҙыҡ аҫтына алды.

–Яҡшы белемле һәм юғары әҙерлекле йәштәр Рәсәйҙе алға әйҙәүсе төп көс. Әммә бының өсөн төбәктәрҙә шарттар булдырылырға тейеш,– тине ул. – Иң төп ике һорау – һәләтле йәштәрҙе һайлаған һөнәрҙәрендә ҡалдырыу һәм уларға үҫеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу. Ошо мәсьәлә хәл ителмәһә һәләтле балаларға белем биреү генә һөҙөмтәгә килтермәйәсәк.

Һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларҙы үҫтереү яңы кимәлгә сығырға тейеш. Ошо маҡсатта төбәктәрҙә ведомство-ара координация советтары төҙөү һәм һәләтле йәштәр банкы алып барыу буйынса яуаплы етәкселәр билдәләү шарт.  

Ултырышта ҡатнашыусылар алдынғы ҡарашлы йәштәрҙең ситкә китеүен туҡтатыу механизмдарын барланы. Был, беренсе сиратта, төбәктәрҙә амбициоз маҡсаттар билдәләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға булдыҡлы йәштәрҙе йәлеп итеү, торлаҡ, матди мәсьәләлрен хәл итеү.

Тағы ла бер мөһим һорау – һәләтле йәштәргә предприятиелар, бизнес ойошмалары һәм дәүләт власы тарафынан иғтибар бүленмәүе. Шуға ла Рәсәйҙең мәғариф министрлығы тарафынан һәләтле йәштәр реестры булдырырға тигән фекергә киленде. Ул алдынғы ойошмаларға йәш белгестәрҙе һайлап алып эшкә саҡырырға мөмкинлек бирәсәк.

Вуз тамамлаусылар өсөн  федераль һәм региональ әһәмиәттә вакансиялар йәрминкәләре үткәреү күтәрелгән мәсьәләне хәл итеүҙә өҫтәмә сара булып тора ала.

 

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter