Обычный вид

Яңылыҡтар

11.03.2019 13:07:00

Башҡортостан ауылдарының үҙәк урамдарына асфальт түшәләсәк

Төбәк етәксеһе күрһәтмәһенә ярашлы Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Ул ауылдарҙың үҙәк урамдарына асфальт түшәүҙе күҙаллай.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә программаның яҡынса параметрҙары менән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов таныштырҙы.

Республика ауылдарындағы асфальт түшәлмәгән  үҙәк урамдарҙың дөйөм оҙонлоғо 3,5 мең саҡрым, уларҙың 365 саҡрымы – төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдары. Бер саҡрым юлды төҙөкләндереү хаҡы – уртаса 12 млн һум булһа, 1 саҡырым ауыл урамына асфальт йәйеү – 8 млн һумға төшә.

Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, беренсе сиратта интенсив хәрәкәтле транзит автомобиль юлдарын (213 саҡырым) һәм 1000 кешегә тиклем халыҡ йәшәгән ауылдарҙың үҙәк урамдарын (110 саҡырым) төҙөкләндерергә кәрәк. Бының өсөн 3,4 млрд һум аҡса талап ителә.

1 апрелгә тиклем район хакимиәте башлыҡтарына программаға индереләсәк юлдар исемлеген әҙерләү шарт. Программаның проектын иһә 1 июнгә тиклем әҙерләп бөтөү күҙаллана.

–Хөкүмәттең финанс блогы менән программаны тормошҡа ашырыр өсөн сығымдарҙы иҫәпләгәҙ, – тине Радий Хәбиров. – Финанс мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, программаны бер-нисә йылға ҡабул итергә кәрәк. Беҙҙең төп бурыс – һәр бер ауылдың бер урамына булһа ла асфальт түшәү.

Төбәк етәксеһе өлөшләтә финанслау шарттарында был программаға муниципалитет һәм ауыл хакимиәттәрен дә йәлеп итергә ҡушты. Радий Хәбиров «Тыуған урам» программаһы һәм урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдары менән тәьмин итеү йәнәш алып барылырға тейешлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

Кәңәшмәлә шулай уҡ республика һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау һорауы ла күтәрелде. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе ремонт эштәре 15 апрелдә башланып 15 июнгә тамамланасаҡ тип белдерҙе.

Республика етәксеһе ихаталарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен дә иғтибар үҙәгенә алды. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҡыҫҡа арала ошо проблеманы хәл итеү механизмдарын барларға ҡушты.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter