Обычный вид

Яңылыҡтар

11.03.2019 11:27:00

Башҡортостанда көслө ташҡын көтөлмәй

Яҙғы ташҡын мәлендә Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле уртаса йыллыҡ күрһәткескә ҡарағанда 10-15 процентҡа түбәнерәк буласаҡ. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында хәүефле һыу ташыуҙар көтөлмәй. Был хаҡта Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы начальнигы Вилора Горохольская белдерҙе.

Шул уҡ ваҡытта Сибай ҡалаһы айырым иғтибар үҙәгендә. Унда ҡарҙағы һыу запасы норманан 76 процентҡа юғары. Көндәр ҡапыл йылытҡан осраҡта ташҡын ихтималлығы фаразлана.

Ағиҙел һәм Өфө йылғалары буйынса анығыраҡ прогноздар 25 мартҡа әҙер була. Урал йылға бассейнындағы һыу ятҡылыҡтарының боҙҙан әрселеүе ғәҙәти норманан ике-өс көнгә иртәрәк 6-11 апрелдәрҙә көтөлә.

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Марат Латыпов әйтеүенсә, йылғалар боҙҙан асылған мәлдә һигеҙ урында ҙур тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Иғтибар үҙәгендә Белорет, Бөрйән, Архангел, Саҡмағош һәм Ҡариҙел райондары. Кәрәк тип табылһа  боҙ шартлатыусы ете команда һәм 14 берәмек техника йәлеп итергә тура киләсәк.

Халыҡты эвакуациялау буйынса саралар планы ла әҙерләнгән. Ошо маҡсатта 659 ваҡытлыса йәшәп тороу урындары булдырылған. Оператив ярҙам күрһәтеү өсөн 12 мең кеше һәм өс мең берәмек техника, йөҙөү сараларынан торған территориаль ҡотҡарыу хеҙмәттәре ойошторолған.

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтхуллин, Башҡортостанда 491 гидротехник ҡоролма файҙаланыла. Әлеге мәлдә тәғәйен хужаһы булмаған ҡоролмаларҙа ташҡын алды тикшереүҙәре  үтә.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter