Обычный вид

Яңылыҡтар

11.03.2019 10:51:00

«Роскомснаббанк»тың лицензияһын тартып алыу торлаҡ төҙөлөшөнә кире йоғонто яһамай

«Роскомснаббанк»тың лицензияһын тартып алыу «Беренсе Трест» тарафынан алып барылған торлаҡ төҙөлөшөнә кире йоғонто яһамай, тимәк алданыусы өлөшсөләр һаны артмаясаҡ. Был хаҡта Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе  вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Әлеге ваҡытта «Беренсе Трест» Өфөлә дүрт торлаҡ комлексы төҙөй, шул иҫәптән «Роскомснаббанк»тан йәлеп ителгән аҡсалар иҫәбенә. Төҙөлөш һәм монтаж эштәренә киткән дөйөм сумма 11 млрд һум тип баһалана. Эште тамамлар өсөн кәрәкле сумма – 2,8 млрд һум. Торлаҡ комплекстарын төҙөп бөтөп тапышыу өсөн ҡаршылыҡтар күҙалланмай. «Роскомснаббанк» менән хеҙмәттәшлек бары тик коммерция нигеҙендә ҡоролған. Шуға ла хәүефләнергә урын юҡ.

Радий Хәбиров республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитетына аҙна һайын эш барышы тураһында отчёт әҙерләргә ҡушты.

–Республика был һорауҙы контролдә тота. «Беренсе Трест» үҙ өҫтөнә алған бурысты тулыһынса үтәр, тип ышанабыҙ. Паникаға юл ҡуймаҫҡа кәрәк, төҙөлөштө тамамлар өсөн бер ниндәй ҙә ҡамасау булырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы идарасыһы Марат Кашапов әйтеүенсә, «Роскомснаббанк» вкладтарҙы мотлаҡ страховкалау системаһында ҡатнашҡан. Шуға ла физик һәм юридик шәхестәргә 1,4 млн һумға тиклем аҡсалары Мотлаҡ страховкалау фонды тарафынан ҡайтарыла. 14 мартҡа тиклем агент-банктар исемлеге раҫлана, 21 марттан да ҡалмай улар иҫәптә ятҡан һәм вкладтар буйынса аҡсаларҙы ҡайтарырға тейеш.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter