Обычный вид

Яңылыҡтар

08.03.2019 14:01:00

Өфөлә «Бәләкәй принцессалар балы» үтте

8 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында беренсегә «Бәләкәй принцессалар балы» үтте. Мәрхәмәтлек сараһы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо.  Уларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне.

–Ошо залға саҡырылған бәләкәй принцессаларҙың бөтәһен дә ысын күңелдән  ҡотлайым. Һеҙ бөгөн шул тиклем матурһығыҙ. Күҙҙәрегеҙ балҡый, йөҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ нуры. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уҡыуығыҙҙа уңыштар, үҙ көсөгөҙгә ышаныс теләйем. Шул саҡта тормошоғоҙҙа барыһы ла уң булыр, – тине төбәк етәксеһе. – Был көндә, әлбиттә, әсәйҙәрҙе лә ҡотлайым. Һеҙгә көс, матурлыҡ, изгелек теләйем. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һоҡланыу хисе уята. Һәр саҡ ярҙам итергә һүҙ бирәм.

Радий Хәбиров шулай уҡ ошо байрамды ойоштороға ярҙам иткән ирекмәндәргә, йәмәғәт ойошмаларына рәхмәт белдерҙе.

«Бәләкәй принцессалар балы» Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова  башланғысы менән ойошторолдо. Унда бөтә республиканан ата-әсәләре оҙатыуында  287 ҡыҙ бала саҡырылды.

Бер көн алда улар өсөн «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында  күңел асыу программаһы ойошторолдо. 8 мартта театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter