Обычный вид

Яңылыҡтар

07.03.2019 15:32:00

Римма Бойцова Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Римма Бойцова тәғәйенләнде.

***

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров раҫлаған икенсе Указға ярашлы, Вячеслав Ғиләзетдинов Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылды.

Белешмә:

Бойцова Римма Юрьевна 1977 йылдың  1 декабрендә Өфөлә тыуған. Петербург дәүләт юл бәйләнештәре университетын тамамлай. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

 2001-2004 йылдарҙа Санкт-Петербург иҡтисад һәм финанс университетында уҡыта.

2005-2012 йылдарҙа Рәсәй һәм сит ил компаниладарында етәксе вазифалар биләй.

2012-2014 йылдарҙа Мәскәү Хөкүмәтенең Фән, сәнәғәт сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ департаментында Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығы начальнигы.

2014-2016 йылдарҙа «ВДНХ-ЭКСПО» бизнес-берәмеге (Мәскәү) башҡарма директоры.

 2016–2017 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Проект эшмәкәрлеге департаментының өҫтөнлөклө проекттар координаторы.

 2017–2019 йылдарҙа  –  «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәтенең айырым бүлексәһе етәксеһе

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter