Обычный вид

Яңылыҡтар

06.03.2019 23:30:00

Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған байрам концерты үтте

6 мартта Мәскәүҙең халыҡ-ара музыка йортонда республиканың 100 йыллығына арналған байрам концерты үтте. Сараға федераль власть ограндары етәкселәре, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депуттатары, сит илдәрҙең дипломатик миссия етәкселәре, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.

Концерт алдынан сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

Стенограмма:

Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар! Хәйерле кис, ҡәҙерле яҡташтар, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла «Башҡортостанда тыуғандар» тип исемләнгән юбилей концертында сәләмләүемә шатмын. Ошо матур осрашыу менән беҙ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам сараларын башлап ебәрәбеҙ.

Был илебеҙ тарихында айырым урын алып торған мөһим дата һәм Рәсәй Президенты уны рәсми рәүештә билдәләү тураһында үҙенең указын сығарҙы.

Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының терәк регионы. Беҙҙең республика яҙмышында тотош илебеҙ йылъяҙмаһы сағыла.

Башҡортостан – үҙенсәлекле, иҫ китмәле матур тәбиғәте, егәрле һәм эшсән халҡы, көслө иҡтисады менән данлы төбәк.

Башҡортостан  тормошонда Рәсәйҙең күп милләтле мәҙәниәте сағыла. Беҙ үҙебеҙҙең данлы шәхестәребеҙ – Сергей Аксаков, Михаил Нестеров, Рудольф Нуриев, Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген һаҡлайбыҙ. Данлы замандаштарыбыҙ – Владимир Спиваков, ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар, Юрий Шевчук, Земфира, Алсу менән ғорурланабыҙ!

Бөгөн беҙ был тантанаға һеҙҙең барығыҙға йөрәк йылыбыҙҙы өләшер өсөн йыйҙыҡ. Беҙ – Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр. Шул уҡ ваҡытта, беҙ – Рәсәй тип исемләнгән оло илдең бер өлөшө.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы үҙенең икенсе 100 йыллығын башлай. Яңы дәүергә ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫабыҙ!

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter