Обычный вид

Яңылыҡтар

04.03.2019 19:32:00

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү

4 мартта «Торатау» Конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү үтте.

Унда хеҙмәттәрендә уңыш ҡаҙанған гүзәл заттар – табиптар, уҡытыусылар, фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.

–Беҙ йыл һайын 8 март байрамы алдынан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн залда Башҡортостаныбыҙҙың иң аҫыл гүзәл заттары йыйылған. Улар үҙҙәренең фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индерә. Һеҙҙең һәр берегеҙҙе яҡынлашып килгән байрама менән ҡотлайым. Төбәк етәксеһе түгел, ә тәү сиратта ир-егет булараҡ әйтергә теләйем – һеҙ беҙҙең өсөн юл күрһәтеүсе маяҡ.  Беҙ матур сифаттарыбыҙ өсөн тап  әсәйҙәребеҙ, апайҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙға бурыслы. Һеҙгә оло ихтирам һәм тәрән хөрмәтебеҙҙе белдерәм. Бәхетле булығыҙ, яратылып һәм яратып йәшәгеҙ!

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter