Обычный вид

Яңылыҡтар

04.03.2019 11:41:00

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн тупланма программаһына бюджет сығымдары арттырыла

Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө өсөн тупланма программаһына бюджет сығымдарын 2,5 тапҡырға арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ унда ҡатнашыусылар һанын 10-11 мең кешегә тиклем еткереү планлаштырыла. Был хаҡта төбәк етксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе – вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов белдерҙе.

2019 йылдан республика ҡаҙнаһынан программаны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын 235 млн һум йүнәлтеләсәк. Сағыштырыу өсөн: былтыр финанслау күләме 106 млн һум тәшкил иткән.

Бынан тыш, 1 марттан махсус программала ҡатнашыусылар айырым категория менән сикләнмәй, теләге булған һәр кемгә мөмкинлек бирелә.

Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары программаһы республикала 2014 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Граждандар өс йылдан алты йылға тиклем банктағы махсус иҫәптә тәүге иғәнә өсөн аҡса йыя. Артабан уларға түбән ставка буйынса ипотека кредиты бирелә. Бынан тыш программала ҡатнашыусыларға республика бюджеты иҫәбенән, айлыҡ тупланма иғәнәнең 30 проценты күләмендә (әммә 3 мең һумдан артыҡ түгел) өҫтәмә аҡса бүленә.  

Тәүге ташламалы ипотекалар 2017 йылда теркәлә. Махсус программа буйынса 1300 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бөгөнгә программала ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 4122 кеше. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте финанс ойошмалар менән берлектә ипотека проценты ставкаһын 5-5,5 процентҡа тиклем кәметеү юлдарын өйрәнә.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2018 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләме ете процентҡа кәмегән.

–Был юҫыҡта кире тенденцияны туҡтатырға кәрәк. Өҫтәүенә,  «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә беҙҙең алда яңы торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләмен 1,5 тапҡырға, йәғни 3,7 млн кв.м. тиклем арттырыу бурысы ҡуйыла, – тине Радий Хәбиров. – Торлаҡ төҙөлөшө тупланмаһы программаһы был йәһәттән үтә лә һөҙөмтәле инструмент.

Бынан тыш Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торлаҡ комплекты» программаһын ҡайтанан ҡарарға һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштерергә ҡушты. Тағы ла алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса алып барылған эштәргә туҡталды.

–Был йәһәттән бик ҙур эш алып барабыҙ. Беҙ эҙмә-эҙлекле рәүештә, тыныс ҡына был мәсьәләне лә хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме әле өлөшсөләр менән килешеү төҙөгән ойошмаларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа. Икенсе тулҡын алданыусы өлөшсөләр барлыҡҡа килергә тейеш түгел. Шуның өсөн дә был аҙнала мин төҙөүсе ойошмалар эшмәкәрлеген күҙәтәсәк ведомство-ара эшсе төркөм булдырыу тураһындағы ҡарар раҫлаясаҡмын.

 

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter