Обычный вид

Яңылыҡтар

28.02.2019 11:53:00

«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация» генераль директоры Александр Браверман менән осрашыу

28 февралдә «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация» акционерҙар йәмғиәте идара рәйесе – генераль директоры Александр Браверман менән осрашты.

Яҡтар хеҙмәттәшлек перспективаларын барланы, төбәктә эшҡыуарҙарға ярҙам итеү мөмкинлектәре һәм уларҙы камиллаштырыу юлдары тураһында фекер алышты.

–Һеҙгә республикалағы күп һанлы кесе һәм урта эшҡыуарҙар коллективы, шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте исеменән күп яҡлы ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең корпорация – бизнесҡа финанс ярҙам күрһәткән ышаныслы ойошмаларҙың береһе.

Александр Браверман һуңғы биш-алты айҙа Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә һиҙелерлек ыңғай тенденция күҙәтелеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Мәҫәлән, 600-ҙән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты дөйөм алғанда 5,5 млрд һумлыҡ ярҙам алған.

Кесе эшҡыуарлыҡҡа аныҡ ярҙам күрһәтеүсе тағы ла бер инструмент – Бизнес-навигатор порталы. Унда бөгөн 20,6 мең ҡулланыусы теркәлгән. Уларҙың 11 меңдән ашыуы тап навигатор менән файҙаланыу сәбәпле килемен арттырған.

–Был күрһәткестәр беҙҙе һөйөндөрә. Һуңғы бер-нисә айҙа бары ыңғай динамика күҙәтәбеҙ. Был хәлде республика етәкселеге алмашыныу менән дә бәйләйбеҙ, – тине Александр Браверман.

ВКонтакт Facebook Одноклассники Twitter